Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Эх, гармун моңдары!!! - Гармун алыйыҡ, дуҫкайым! /минус/ | Текст песни

Гармун алыйыҡ, дуҫкайым,
Гармун уйнайыҡ әле.
Йәш саҡтағы көй-моңдарҙы
Иҫкә алайыҡ әле.
Халҡыбыҙҙың көй-моңдарын
Иҫкә алайыҡ әле.

Күңелдәрҙе елкендерһен
Тальяндың көмөш сыңы.
Күңелдәрҙе елкендерһен
Халҡыбыҙ милли моңо (көйө).
Һәр йәштәрҙең күңеленә
Һеңһен халҡыбыҙ моңо.
Бейетһен дә, йырлатһын да,
Тальян гармундың моңо.

Ата-бабалар моңдан тыш
Тыуған ер йәтим бит ул.
Йырһыҙ-моңһоҙ үткән көндәр —
Йәшәлмәгән көн бит ул.
Бер йырламай, бер моңланмай,
Күңел асылмай бит ул.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-