Pesni.guru - сайт для Гуру
ҠЫЙЫУҺЫҘ ЕГЕТ ЙЫРЫ
Лилиә Һаҡмар шиғыры
Урал Ибәтуллин көйө
1. Етмәҫ инде ҡағыҙ бите
Хистәремде яҙырға,
Мөмкин микән һылыуҡайҙың
Яндарына барырға.
Ҡушымта:
Барам әле һылыуыма
“Һөйәм!” һүҙен әйтергә,
Ниңә ул һүҙ тел осонда
Тора һаман әйтелмәй.
--------------------------------------
2. Етмәҫ инде батырлығым,
Ҡулдарынан тоторға,
Мөмкин микән нескә генә
Билкәйенән ҡосорға.
Ҡушымта шул уҡ.
-----------------------------------------
3.Етмәҫ, ахыры, бер ҡасан да
Уны әйтергә көсөм,
Ҡыйыулыҡ та кәрәк икән
Ҡыҙҙарҙы һөйөр өсөн.
Ҡушымта шул уҡ.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1