Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

• Тагирко - Һине юғалттым | Текст песни

Мин хатта уйламайғайным, ташлашырбыҙ тип
Ләкин килеп етте шул көн, әйттең бар кит
Һәм миндә булды шундай ҡурҡыныс тойғо
Икенсен өлөшөм минең әллә ҡайҙа юғалды

Мине аңларҙар, кемдәр бөтә йөрәк менән һөйгән
Кем шул һөйгәненең мөхәббәте менән йәшәгән
Кемдең унан башҡа уйҙар һистә булмаған
Кем унһыҙ йәшәүҙе, күҙ алдына килтерә алмаған

Мин шул кешеләрҙең берәүһе
Кемде һөйгән йәре ҡалдырҙы, яра һалынған йөрәге
Кем тын да ташлашҡандан һуң ала алмаған
Күҙҙән йәштәр сәғәт һайын, көнөн төнөн илаған

Ташлашҡандан һуң һөйәң, тағын нығыраҡ һөйәң
Бергә булып китеүгә өмөтләнәң
Һин беләң, ошондойҙо үҙеңдә тойһаң
Килеп сыҡмай, онотоп ҡараһаң

Мөхәббәттең ҡурҡыныс яҡтарының берәүһе
Шундай хәл дә була, килә үләһе
Ваҡыт дауалай? Әйе, ваҡыт дауалай
Ләкин йөрәктәге яраны һистә дауаламай

Ваҡыт менән өйрәнәң тик йәшәргә унһыҙ
Ләкин нишләптер барыбер ҡыйын
Бер нәмәне генә мин аңламаным
Нимәгә? Нисек? Мин һине юғалттым

Был мөхәббәт ҡалыр йөрәктә мәңгегә
Беренсе танышыуҙан һуңғы әйткән һүҙеңә
Март, апрель, май, июнь һуңғы
Һуңғы айҙа һинең хистәрең миңә туңды

Мин уны алдан үҙемдә һиҙгәйнем,
Ләкин нишләптер мин әйтмәгәйнем
Һораманым, һөйләшмәнем шул темаға
Сөнки ҡурҡтым һине мәңгегә юғалтырға

Һәм юғалттым, егерме өсө бөтә әйттең
Һинең хистәрең юҡ, һин башҡа һөймәйең
Башҡа булмаясаҡ Таһир һәм Гүзәлиә
Бәлки булғандыр был әкиәт бәләкәй генә

Ләкин ул әкиәт мине күп нәмәгә өйрәтте
Ярһа ла миллион өлөшкә йөрәкте


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-