Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

• Тагирко - Бер тулкында | Текст песни

Бер кис мин өйҙә урыҫҫа рэп тыңлап ултырғанда
Ул ваҡытта урыҫҫа рэп менән әле булышҡанда
Ҡапыл миндә күңел яғынан нимәлер үҙгәрде
Кемдер әйткән һымаҡ булды онотоп киткәнең бит үҙ телеңде

Нимәгә башҡортса шығарҙар яҙып ҡарамайың
Барыбер бит урыҫҫа рэп булдыра алмайың
Үҙеңдең саф башҡорт телендә яҙып ҡара
Бына һиңә тема беренсе – яҙылып бара

Миңә алдан әллә нисек оят булып китте
Күп ҡайғырып торманым, алдым яңы битте
Ҡулымда ҡәләм һәм әйҙә яҙа башланым уйҙарҙы
Һәм Калямовҡа барып шуны яҙҙырҙым

Шулай беренсе башҡортса йырым булды
Һәм беләгеҙме башҡортса ижад итеү оҡшаны
Ми шулай күстем бөтөнләй башҡортсаға
Шунан бирле башҡортса шиғырҙар яҙыла ла яҙыла

Үҙемдең стилем бар ул әллә нисек айырыла
Шулай тип уйлайымда ҡыуанам нисек ҡыуана бала
Балалыр инде, ун алты ғына йәш
Эшләнем һеҙгә альбом ошондай бәләкәс

Башҡортса рэп менән бик булышып киттем
Рэпты йөрәкте мәңге ҡалдырырлыҡ иттем
Һәм был ижадымдың башы ғына
Ишетәгеҙме кемдәр минең менән бер тулҡында

Мин бына бөтә башҡорт эмсиларын хөрмәтләем
Бөтәһенеңдә йырҙарын тыңлайым, плеерға һелтәем
Шундай хәтәр яҙағыҙ, мине дәртләндерә
Ҡыйын саҡтарға күңелде бөтөнләй күтәрә

Инсан, Мс Баш, Фил Мс, Бошман, Атайсал
Мс Юг, Тартай,Арғымаҡ, Ҡолсонбаев Ильяс
Дез, Зиг, Скиф, Алмаш, Йыртҡыс һәм Касл
Һәм дә башҡалар иҫкә төшөрөп булмай ҡапыл

Һеҙҙең менән мин бер тулҡында
Вулкан һымаҡ уйрғылып ятҡан ялҡында
Был беҙҙең юл һәм әйҙә һуңғыға тиклем
Һәмбер башҡортто сәсрәткәнсе һелкетәйек

Минең исем Таһир, рэпта Тагирко
Ураз Стайл командаһынан Ы Еу
Кемдәр мине тыңлай, һеҙгә ҙур рәхмәт
Үҙем өсөн, һеҙҙең өсөн яҙылған бы рэп


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2
Видео
Нет видео
-