Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Султанова Ленара - Ян дустарым сулпылар ( Айгуль Гимадиева суз Эльвира Хаматнурова кое) | Текст песни

Йән дуҫтарым сулпылар
Эльвира Хәмәтнурова көе Айгөл Гимадиева сүзләре


Йондоҙҙар атыла төндә
Шаян сулпылар булып.
Оса,оса,ергә оса
Булырмы уны тотоп.
Эҙләй улар ер йөҙөндә
Үҙҙәренә тиң дуҫтар.
Иң сағыуҙар,иң етеҙҙәр
Эҙләй һеҙҙе Сулпылар.

Йондоҙҙар бейеклегенә
Алып менә сулпылар.
Сылтыр-сылтыр көмөш тәңкә
Йән дуҫтарым сулпылар.

Сулпыҡайым устарымда
Йөрәгем яна тибеп.
Берәү,икәү,өсәү,дүртәү
Сәсемә ҡуйҙым үреп.
Минең йырым барып етер
Йыһан киңлектәренә.
Йөрәгемдең тибеүе лә
Йондоҙҙар бейеүендә.

Йондоҙҙар бейеклегенә
Алып менә сулпылар.
Сылтыр-сылтыр көмөш тәңкә
Йән дуҫтарым сулпылар.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-