Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Салима Юлдашбаева - "Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр" Юлай Муратов муз., Тимер Юсупов һүҙҙ. | Текст песни

ТЫНЫС ЙОҠЛАЙ МИКӘН ҮЛГӘНДӘР?

Юлай Моратов көйө
Тимер Йосопов шиғыры

Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр,
Уларға бит елдәр ҡағылмай?
Баш осонда болот ағылмай,
Ҡалҡҡан саҡта яҙғы үләндәр.

Тыныс ята микән үлгәндәр,
Ҡолаҡ һалмай һайрар ҡошона?
Ҡояш ҡунмай улар усына,
Шарлап аҡҡан саҡта үҙәндәр.

Ҡалҡҡан саҡта яҙғы үләндәр,
Урғыламы болот үрҙәргә?
Тыныс ята микән гүрҙәрҙә
Илем тиеп яуҙа үлгәндәр?


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2
Видео
Нет видео
-