1)Йөрәгемә тынғы тапмай,
Йөрөйөм урамдарҙа.
Хистәремде туҡтата алмай,
Елдәрҙә-бурандарҙа.
Ҡушымта:
Үҙең ғашиҡ иттерҙеңдә,
Киттең әллә ҡайҙарға.
Хыялдарым аҙаштырып,
Йөрөйөм бурандарҙа.
Йөрөйөмбурандарҙа.
2) Яҙмыш мине һынаймы һуң,
Ник көҙгөләй йәнемде.
Әллә яңғыҙ ҡалғандарға,
Һөйөргә ярамаймы?
Ҡушымта:
Үҙең ғашиҡ иттерҙеңдә,
Киттең әллә ҡайҙарға.
Хыялдарым аҙаштырып,
Йөрөйөм урамдарҙа.
Йөрөйөм урамдарҙа.
3)Буран ҡаты, елдәр әсе,
Көнләшәм парлыларҙан.
Эй хоҙайым бир сабырлыҡ
Яңғыҙ ҡалғандарға.
Ҡушымта:
Үҙең ғашиҡ иттерҙеңдә,
Киттең әллә ҡайҙарға.
Хыялдарым аҙаштырып,
Йөрөйөм бурандарҙа.
Йөрөйөм урамдарҙа.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1