Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Резидә Әминева - Күҙҙәрең ниңә бойоҡ | Текст песни

Фирдүс Шәрәфуллин көйө
Радик Хәкимйәнов шиғыры

Әллә ҡояшың һүндеме,
Күҙҙәрең ниңә бойоҡ?
Күңел күгемде биләгән
Һағышмы әллә болот?

Күҙҙәрең ниңә бойоҡ,
Һағышмы әллә болот?
Һағышмы әллә болот,
Күҙҙәрең ниңә бойоҡ?

Ниңә моңһоу икән йөҙөң,
Күҙҙәрең ниңә бойоҡ?
Былай ҙа тулған күңелгә
Ямғырмы яуа ҡойоп?

Күҙҙәрең ниңә бойоҡ,
Ямғырмы яуа ҡойоп?
Ямғырмы яуа ҡойоп?
Күҙҙәрең ниңә бойоҡ?

Йөрәккәйем һыҙланыуҙан
Күҙҙәрең микән бойоҡ?
Үпкәләмә, көт һин мине,
Килермен яҙҙар булып.

Килермен яҙҙар булып,
Шатлығың ташыр тулып.
Шатлығың ташыр тулып,
Килермен яҙҙар булып.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-