Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Р.Гиззатуллин - Йәшлегемә ҡайтам әле | Текст песни


Беҙ йөрөгән һуҡмаҡтарға,
Күптән инде ҡарҙар яуған.
Янып бөткән усаҡтарҙа,
Тик йәшлегем иҫтә ҡалған.
Хәтеремдә йәшлектәге,
Танышыуҙар, осрашыуҙар.
Таң алдынан йырлашыуҙар,
Өйгә тиклем оҙатыуҙар.

Ҡушымта:
Йәшлегемә ҡайтам әле,
Бер йырлап уҙам әле.
Йөрәгемдең әрнеүҙәре,
Бәлки баҫылыр хәҙер.
(2 тапҡыр).

Һөйәм тейеп, көтәм тейеп,
Әйткән hүҙҙәр ҡабатланмай.
Үтте бит ул тиһәләрҙә,
Юҡ йәшлегем онотолмай.

Ҡушымта:
Йәшлегемә ҡайтам әле,
Бер йырлап уҙам әле.
Йөрәгемдең әрнеүҙәре,
Бәлки баҫылыр хәҙер.
(2 тапҡыр).

Ҡушымта:
(2 тапҡыр).
Йөрәгемдең әрнеүҙәре,
Бәлки баҫылыр хәҙер.

Йәшлегемә ҡайтам әле.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 4
Видео
Нет видео
-