Am F C G
Ишетәм бит йыраҡтан,
Атлап килештәреңде.
Тоям әллә ҡайҙарҙан,
Йөрәк тибештәреңде.
Колас йәйеп ҡаршы алам,
Һағындырып киләһең.
Һин тип башым әйләнгәнде,
Әйтмәһәм дә һин беләһең.
Ҡушымта:
Китмәҫкә, кил яныма,
Ғумергә йәрем бул.
Минең өсөн, һөйөклөм,
Йырлап туймаҫ йырым бул.
Наҙ тулы йөрәгемде,
Бары һиңә һаҡланым.
Күңел һине көткәндер,
Инде ныҡлап аңланым.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2