Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Радик Динәхмәтов - Курше хаҡы(минус) | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Утым бөтһә, усағымда,
Күршем, тип мин уға инәм
Ут күршемдә йән йылыһы
Һис һайыҡмаҫын мин беләм.

Күрше менән гел дуҫ булып
Йәшәйек беҙ гүмер баҡый.
Онотмайса изге һүҙҙе:
Күрше хаҡы — тәңре хаҡы.

Башҡайыма ҡайғы төшһә,
Иң беренсе күршем белә.
Хәсрәтемде үҙ итеүсе,
йыуатыусым күршем була.

Күрше менән гел дуҫ булып
Йәшәйек беҙ гүмер баҡый.
Онотмайса изге һүҙҙе:
Күрше хаҡы — тәңре хаҡы.

Йорт — еренә шатлыҡ килһә,
иң беренсе күршем керә.
Ҡыуаныстар бәлешенән
Миңә ла ул өлөш телә.

Күрше менән гел дуҫ булып
Йәшәйек беҙ гүмер баҡый.
Онотмайса изге һүҙҙе:
Күрше хаҡы — тәңре хаҡы.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-