Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Не известно - Түңәрәк таҡмаҡтары | Текст песни

Йәйҙең матур кистәрендә
Беҙ киләбеҙ уйнарға
Күңел асып ял итергә
Уймалы һыу буйына

Һай, туғай,туғай,туғай
Туғайҙа һайрай турғай
Һаман шулай һайрай турғай
Беҙгә һоҡлана буғай.

Түңәрәктә уйнағанда
Әйләнеп йырлағанда
Түгелә йөрәк серҙәре
Шишмәләй ҡайнап унда.

Һай, шишмә,шишмә,шишмә
Һыуы һалҡын күп эсмә
Эштә ялҡын кеүек эшлә
Бер кемгә лә бирешмә.

Кил яныма бир ҡулыңды
Әйҙә уйнайыҡ бергә
Уйнайыҡ та, йырлайыҡ та
Моң тулһын күңелдәргә.

Һай, ҡумыҙ,ҡумыҙ,ҡумыҙ
Ҡумыҙҙары сыңлаһын
Тыпырлатып бейемәйсә
Күңелдәре булмаһын.

Һай, туғай,туғай,туғай
Туғайҙа һайрай турғай
Һаман шулай һайрай турғай
Беҙгә һоҡлана буғай.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-