Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

НВА "Ильгам" - Салауатҡа килегеҙ | Текст песни

Салауаттар (муз. Н.Садыкова, слова Р.Гарипова)

1. Салауатҡа килегеҙ ҙә,
Беҙҙең яҡты күрегеҙ,
Килгәнегеҙ тороп ҡалыр,
Кире ҡайтмаҫ берегеҙ

Припев: Йәмле беҙҙең әй буйҙары,
Тәмле беҙҙең йүрүҙән,
Һоҡланырһың таң ҡалырһың,
Килеп бер ҡат күреүҙән.

2. Янған-тауы, янған-тауы,
Үҙе генә ни тора,
Янған-тауға аяҡ баҫһа,
Ятҡан тороп ултыра.
Припев:

3. Батырҙар ҙа, матурҙар ҙа,
Һеҙҙә генә тимәгән,
Батыр белмәҫ, матур күрмәҫ,
Салауатҡа килмәгән.
Припев:

4. Һалдыҡ йүрүҙән аша беҙ,
Салауат күперҙәрен,
Ожмахтарға кергәндәй бит,
Шунан бер үтеүҙәрең!
Припев:


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-