Pesni.guru - сайт для Гуру
Өй артында шомортом
Халыҡ һүҙҙәре Халыҡ көйө
Өй артында шомортом бар,
Яндарында бөрлөгән, шул,
Яндарында бөрлөгән.
Бөрлөгәндәй матур булып,
Сәскә ата илгенәм.
Өй артында шомортом бар,
Сәскәләр – яндарында, шул,
Сәскәләр яндарында;
Беҙ тыуғанбыҙ илебеҙҙең
Иң матур таңдарында.
Өй артында шомортом бар,
Яндарында сейәләр, шул,
Яндарында сейәләр;
Сейәләр ҙә беҙгә ҡарап:
Һеҙ бәхетле, тиәләр.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1