Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Лидия - Башкортом, онотма... | Текст песни

Йөҙөңә бысраҡ ташлап йөрәгең ярылһа,
Онотма тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға,
Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма!
Милләтеңде алға әйҙә, саҡыр һин көрәшкә,
Онотма үҙ тарихыңды, юғалтма һин, һаҡла,
Заман афәттәренә башҡортом бирешмә!

Ҡушымта:
Көс-ғәйрәт, түҙемлек бир, Аллам.
Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам.

Үткәнеңә күҙ ташлап ярһыймы йөрәгең
Күпме ҡырылды һинең аҡыллы йөҙҙәрең
Тартып алдылар күпме һаорамай ерҙәрең
Яҡты уйҙар менән генә тик алға һин атла
Һынып ҡалма бер ниҙән, Башҡорт илен данла
Көслө рухла халыҡтың уланы һин, онотма!
Ҡушымта.
Тура баҫып, ғорур атла, һин бит үҙ ереңдә
Олтан булмай, Солтан бул һин тыуған илеңдә
Намыҫыңды тапырға бер ҡасан ашыҡма
Телеңдең киләсәге лә тик һинең ҡулыңда
Ул бит беҙҙең хазинабыҙ, һин шуны онотма
Әсе телең үлтереүгә, Башҡортом, юл ҡуйма!
Ҡушымта.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-