Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Дәрүиштәр feat. Rnt - Өфө | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Ҡайҙа ҡышын ҡарға асфальт һалалар, Өфөлә.
Ҡайҙа мине мирҙа 3 егет туҡманы, Өфөлә.
Ҡайҙа балкондан ҡараһаң юлда кәмә йөҙә ала, Өфөлә.
Ҡайҙа Өфө уттары,ә керһәң бигерәк ҡаранғы, Өфөлә.
Ҡайҙа автобустар тулы һатта ишектәр ябылмай, Өфөлә.
Ниндәй ҡаланың уртаһы урманда урынлашҡан, Өфөнөң.
Башында сәс юҡ,ә танау аҫтында күп,ҡайҙа ул йәшәй, Өфөлә.

өфө өфө өф фө фө фөф фө

Өфөөө,Өфө яратҡан баш ҡалабыҙ.
Өфөөө,Өфө беҙ һине ташламаҫбыҙ.
Өфөөө,Өфө йылғаларың,тауҙарың.
Өфөөө,Өфө мәнге онотмаҫмын.

Ҡайҙа яңы төҙөлгән аквапарк емерелеп бара, Өфөлә.
Ҡайҙа машналар ер аҫтында теләйҙәр йөрөргә, Өфөлә.
Ҡайһы ҡаланың исемен әйткәндә кешк төкөрә, Өффөнө.
Ҡайҙа бүреләр башҡортса йырларға белә, Өфөлә.
Ҡайҙа Салауат еңелә, Хоккейҙа.
Ҡайҙа һыйыр проспектан йәйәү йөрөй, Өфөлә.
Ҡайһы ҡалаға ингәндә Өфө тип яҙылған, Өфөлә.

өфө өфө өф фө фө фөф фө

Өфөөө,Өфө яратҡан баш ҡалабыҙ.
Өфөөө,Өфө беҙ һине ташламаҫбыҙ.
Өфөөө,Өфө йылғаларың,тауҙарың.
Өфөөө,Өфө мәнге онотмаҫмын.

Ҡайҙа ин матур кешеләр йәшәйҙәр,әлбиттә,Өфөлә.
Ҡайҙа һаумыһығыҙ тиһән чо сказал тип әйтәләр,Өфөлә.
Ҡайҙа ШОС БРИКС саметтары үтәсәҡ, Өфөлә.
Ҡайҙа башкортса КВН уйнарҙар, Өфөлә.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-