Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Далан - We Are The Champions (на башкирском) (Беҙ чемпиондар, дуҫтар!) | Текст песни

Беҙ чемпиондар, дуҫтар!

Тормош йыш ҡына,
Иҫәп һораны.
Бер ғәйепһеҙгә,
Йәнем тураны.
Мин бит бик һирәк, хаталандым;
Тик яҙмышымдан яфаландым,
Әммә мин еңдем
(Һеҙ бит миңә:
Алға, алға, алға).

Беҙ чемпиондар, дуҫтар!
Көрәш һаман да дауам итә.
Беҙ чемпиондар, беҙ чемпиондар, –
Килде татлы еңеү
Беҙ чемпиондар – донъяла.

Башымды эйәм,
Һеҙҙең алҡышҡа.
Күндегеҙ мине,
Тамһын балҡышҡа.
Көрәш булманы, анһат еңелдән.
Һеҙ йәндә саҡта мин һис еңелмәм,
Мин һис еңелмәм
(Һеҙ бит миңә:
Алға, алға, алға).

Беҙ чемпиондар, дуҫтар!
Көрәш һаман да дауам итә.
Беҙ чемпиондар, беҙ чемпиондар, –
Килде татлы еңеү
Беҙ чемпиондар – донъяла.

Беҙ чемпиондар, дуҫтар!
Көрәш һаман да дауам итә.
Беҙ чемпиондар, беҙ чемпиондар, –
Килде татлы еңеү
Беҙ чемпиондар.

Другие названия этого текста
  • Далан - We Are The Champions (на башкирском) (Без чемпиондар, дустар!) (0)
  • Далан - We Are The Champions (на башкирском) (Беҙ чемпиондар, дуҫтар!) (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-