Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Вәлит Мөхәмәтғәлин - Суk муйыл | Текст песни

СУҠ МУЙЫЛ

Эй, Ҡараташ, Ҡараташ та,
Байлыҡ биргән һин миңә.
Ҡапҡан һалып бүре алһам,
Рәхмәт әйтермен һиңә.
Ирәндектең Ҡараташы —
Күк бүренең ояһы.
Ҡапҡан һалып юлдарына,
Күк бүрене алаһы.
Ҡапҡан һалдым Ҡараташҡа,
Күк бүрене алам тип,
Яусылаттым ҡоҙасаны,
Бисәлеккә алам тип.
Ҡапҡан һалдым Ҡараташҡа,
Күк бүрене тибәм тип.
Ҡапҡанымды ҡарағансы,
Бүре ашаған бейәмде!
Ҡараташ аҫты суҡ муйыл,
Күтәргеһеҙ күп быйыл.
Ҡоҙасаны алам тиеп,
Атһыҙ ҡалдым мин быйыл.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-