Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Венер Камалов - Бейеш (башкирская народная песня) | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру


Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем,
Тышҡынайын ниҙән тышлайым?
Йәйгелеген бында, ай, йәйләнем,
Ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым?

Елә лә генә елә берәү килә
Арҡаларҙан йоморо юл менән.
Күрмәнеләр мине, ай, күҙ менән,
Тик һөйләйҙәр шелтәле һүҙ менән.

Күк ат ҡына ектем, ай, тәртәгә,
Ҡалғандары ҡалды кәртәлә,
Уңлы ғына һуллы ҡашым тарта,
Ниҙәр булыр икән иртәгә?

Ирәндеккәй буйы, ай, күк таштыр,
Кемгә төйәк түгел ул таштар.
Ҡурҡыуҙы ла белмәй ҡыйыу йөрөнөк,
Ни күрһә лә күрер был баштар.


Другие названия этого текста
  • Венер Камалов - Бейеш(башкирская народная песня) (1)
  • Венер Камалов - Бейеш(Башкорт халык йыры) (0)
  • Венер Камалов. - "Бейеш" . (Башҡорт халыҡ йыры) (0)
  • Венер Камалов - Бейеш (башкирская народная песня) (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-