Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Беҙгә барыбер - Таҡмаҡтар | Текст песни

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым,
Мин йырлайым таҡмағым.
Оҡшамаһа таҡмағым,
Тыңламағыҙ таҡмағым

Эх, таҡмағым, таҡмағым,
Тағын-тағын таҡмағым,
Тағын-тағын таҡмағым,
Эх, таҡмағым, таҡмағым

Һикереп төштөм баҡсаға,
Егерме тин аҡсаға,
Аҡса тиһәм, таш икән,
Заһит МС Баш икән.

Һомайҙарҙың сәстәренә
Себендәр оялаған.
Йондоҙҙарҙың егеттәре
Сәстәрен ыуалаған.

Наиль менгән сәхнәгә,
Йырлап бөтөрәм тиеп,
Айбулат менгән артынан,
Һуғып төшөрөм тиеп.

Һылыуҡайҙар килеп инде
Ауылға газель менән,
Матур йырҙар йырлатып,
Тыңларбыҙ ауыл менән.

Һыу буйында Юлъяҡшин
Бер бата ла бер ҡалҡа,
Эшкинмәгән йырҙарын
Фил менән Дәнигә һата.

Шырпы ҡабы, шырпы ҡабы,
Шырпы ҡабы бушаған.
Өмөтбаев йырҙары
Көнбағышҡа оҡшаған.

Бамбучо бейеп тора,
Турғай микрофон бора,
Дүрткүҙ Хатчик йоҡлаған,
Оҙонбуй бында тора.

Һау булығыҙ, дуҫтарым,
Мин йырланым таҡмағым.
Оҡшап ҡалһа таҡмағым,
Тағын тыңла таҡмағым.

Другие названия этого текста
  • Путин мн Медведев такмактар йырлайзар) - Таҡмаҡтар (3)
  • Беҙгә барыбер - Таҡмаҡтар (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-