Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ҡарабай - Һыу буйында | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Һыу буйында

Йылы аяҙ көндә, йәмле йәй миҙгелендә
Йылмайып көлә ҡояш күк йөҙөндә.
Ял итә бөтәһе лә күл эргәһендә,
Ялан аяҡ йөрөй эҫе ҡом өҫтөндә.

Тышта яҡты, ҡырсын яр аҫтында ҡыҙа,
Ташҡа ятып ҡыҙынырға ярата ҡыҙҙар.
Шунан һуң тағы һыуға ырғый һылыуҙар,
Йылға буйынан улар һаман ҡайтмайҙар.

Һыу төшәләр, күшегеп, өшөп бөтәләр,
Шәберәк кенә төн төшкәнен көтәләр.
Сибәрҙәр йөрәктең ҡылдарын сиртәләр,
Егеттәрҙе бөтөнләй әсир итәләр.

Шәрә тәндәр дерелдәй, тештәр тешкә теймәй,
Йөрөйҙәр яланғас, өҫкә бер ни кеймәй.
Билгә тиклем еткән сәстәре елберләй,
Елдәр иркәләй биттән сикә тирәләй.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-