Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Аҡ йондоҙҙар - Көҙгө япраҡтар(бэк.муз.аранж:Б.Аккужин,сл:Г.Замалитдинова) | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

1куплет
Көҙгө япраҡтар буш урамдарҙа һаман уйнай,
Ә минең күңелем өҙгөләнеп һине уйлай.
Нөктә ҡуйып оноторға мин күпме тырыштым,
Ҡанаттарымды һындырғас торорға маташтым.

Йылдар үтеү менән бәлки барын да аңларһың,
Яндарыма шул минутта өҙгөләнеп ашҡынырһың.
Тик мин күптән осормон бейектә-күктә,
Минең өсөн һин иҫтәлек кенә ғүмерлеккә.

Йылы ҡосағымды иҫләп төндәрен илама,
Тауышымды ишетәм тип миңә шылтыратма.
Һинең һүҙҙәр бысаҡ кеүек, күңелемде быса,
Ҡанаттарымды йыртҡыслап бөттөң, зинһар аңла.

Бер теләгем, быны тыңла, һин үҙеңде һаҡла,
Һөйгән йөрәк менән көлөп-көлөп уйнай һалма.
Һинең өсөн үҫеп сыҡты иңдәремдә ҡанат,
Инде хәҙер икәүһе лә ята хәлһеҙ ҡанап..

Припев:
Өҙгөләнеп осҡан ҡоштар менән осоп бергә,
Мин табырмын йылы оя ярылған күңелгә.
Яҙҙар еткәс йылы яҡтан ҡайтыуымды көтмә,
Бәхет теләп осоп китәм яңғыҙ бейектәргә.

2куплет
Һинһеҙ йәшәү еңел түгел әммә мин тырышам,
Көстәр табып, тура баҫып ҡанаттарҙы ҡағам.
Бәләкәсем һинең йылмайыуыңда булды донъям,
Ваҡыт етте инде арабыҙға нөктә ҡуям.

Көҙгө ямғыр ҡоя, әйтерһеңдә ул да илай,
Ҡанатһыҙҙарҙы күреп ул да битараф ҡалмай.
Йыртылып күңелем унан да рәнйеп көй сыҡты,
Ҡанатһыҙҙарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алды.

Бейеп-бейеп уйнай көҙгө япраҡ урамдарҙа,
Яуап тапҡылары килә күптәр һорауҙарға..
Ниңә һөйөү үҫтерә икән иңдәрҙә ҡанат,
Ә һуңынан йыртып алып ташлай икән ҡабат..

Көҙгө япраҡтар буш урамдарҙа һаман уйнай,
Ә минең күңелем өҙгөләнеп һине уйлай.
Һинһеҙ йәшәү еңел түгел, әммә мин тырышам,
Көстәр табып, тура баҫып ҡанаттарҙы ҡағам..


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-