Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

SURAMAN - #КуптэнТугелФэрештэ... | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Төн.Һыуыҡ.Яуа көзгө ҡарлы ямғыр,
Һин күптән. Был донъяла ҡалдың янғыз.
Йөрәгең теләй,индерергә йылы яҙҙы,
Үҙенә.Тик яҙмыш...Ниңәлер һалҡынлыҡ яҙҙы.

Инде нисәнсе төн бына,йоҡлай алмай ыҙаланаң,
Инде нисәнсе көн.Йөрәгең һинең һыҙлана.
Ҡарағанһында тәҙрәнән,ҡосаҡлашҡан парҙарға,
Түгелә күҙ йәштәрең.Тын ғына,ҡыҙғанаң.

Иҫләйһең:"Йөрәк"тигән кәмәне.Егетең һәм һин генә.
Ҡасандыр йөҙә инегеҙ, мөхәббәт диңгеҙендә.
Бирҙегеҙ Ант: "Йөрәктәр тибәсәк мәңгегә",
Тик,алып ташланы яуыз дауыл һеҙҙе ,кәмәгеҙҙән.

Яҙмыш ырғытты,үлеп...ғашиҡ йәндәрҙе,икеһен ике төрлө ярға,
Оса инегеҙ һауала,тик "йөрәктәр ҡушылған"ҡош,бәрелде ҡаяға.
"Бәхетле тормош,Балалар"-ҡалды тик хыялдарҙа.
Балҡыған йөрәктәр,ярсыҡҡа әйләнде быялалай.

*********************************************

-Әйтәле нимә булды һиңә?Ниңә һаман илайһың?
Нишләп янғыҙһың?Өндәш!Яуланы ниндәй ҡайғы?
Ҡайҙа...һинең ҡаннаттарың?Һынды улар?Юғалды...?
Ниңә һин улай моңһоу?Әйт...Әллә егетең үҙенә ҡул һалды?

-Юҡ...Тыныслан...Ҡысҡырма етәр!...Туҡта...Үтенәм...
Хәҙер,һөйләп бирәм барыһын..Тик һин көт кенә.
Бүлешкем килә йөрәгемдә әрнегән хистәрем менән.
Башымдан сыҡмай шул көн,тынлыҡ бирмәй кистәрен миңә.

Тыңла! Булдыҡ беҙ бәхетле...Көндәребеҙ яҡтыра барҙы,
Ҡаршылай инек бергә...Ҡояштың балҡып ҡалҡҡанын,.
Көндә оҙаттыҡ икебеҙ офоҡҡа ҡарап батҡанын.
Тик,Егетем китте лә әрмегә,әйләнеп ҡайтманы...

Юҡ ҡайтты,тик миңә йылмайып ҡараманы...
Упмәне сикәләремдән...Сәстәремде тараманы...
Хеҙмәттәш егеттәре,килделәр алып
Шул саҡ ҡурҡҡанға,минең Һынды ҡанаттарым

Мин хәҙер томандар араһында,күрмәй күҙем...
Ҡайҙа барырға? Белмәйем...Аҙаштым үҙем...
Аңламайым,әллә бер бушлыҡҡа ҡасырға?
Мин фәрештә...Тик ҡайҙа ҡаннаттарым, осорға?


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-