Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Rnt - Йырзарым (Оригиналь версия) | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Һәр көн иртән торғанда,
Башымда көйҙәр бар.
Һәм минең бөтә донъяға,
Йырлар моңдарым бар.

Һин тик уйланып ҡына ҡара кеше,
Тауышым көслө түгел, тик һин мине ишет.
Был донъя һинең өйөң һәм һинең бишек,
Дуҫ ҡатып торма һиңә асыҡ бөтә ишек

Башыңды эймә әйҙә минең менән бергә
Алға һәм тик алға бәхет тауына менергә.
Алһыуланып яңы тыуған ҡояшты күрергә
Яңы мөмкинселектәргә табан йүгерергә.

Һәр бер таңым миңә өмөт бүләк итә,
Ҡараңғы төн менән бар шиктәрем китә.
Изге маҡсат, яҡшы кәйеф булһа - етә
Бейек текә үрҙәр алда мине көтә

Әйҙә йылмай ҡыуанысың бик йоғошло
Сағыу буяуҙарға батыр был тормошто.
Ьыңла йөрәгеңде тура юл күрһәтер,
Ҡулдарыңда ҡәләм, ә ғүмер - һүрәтең.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-