#ElvinGrey ft. Раиль Уметбаев - Халҡым минен.
1. Киләсәккә атлай халҡым
Ҡанлы юлдар аша үтеп.
Үткәндәрҙе өйрәнәмен,
Тарих йомғактарын һүтеп.
Ҡушымта:
Быуаттарҙан оран һала
Олатайҙар рухы беҙгә:
Тап төшөрмәй йәшәү кәрәк
Халҡыбыҙға, телебеҙгә!
2. Илем, халҡым һәм телемдең
Яҡлау, һаҡлау көткән мәле.
Халҡым ышанысын аҡлар
Ул һәм ҡыҙҙар тыуар әле.
Ҡушымта: шул уҡ
3. Ҡурайымдың моңдарында
Халҡым зары һәм үткәне.
Ҡобайыры, йырҙарында –
Уйлағаны һәм көткәне.
Другие названия этого текста
- Радик Юльяҡшин, Рәил Өмөтбаев, Марсель Вәхитов - Халkым минен (2)
- Elvin Grey һәм Рәил Өмөтбаев - Халҡым минең (2015) (1)
- Elvin Grey ft. Раиль Уметбаев - Халkым минен ® (1)
- Elvin Grey ft. Раиль Уметбаев - Халkым минен ( Аранжировка: Х. Самат ) (0)
- Радик Юльякшин һәм Рәил Өмөтбаев - Халҡым минең (2015) (0)
- Радик Юлъяҡшин һәм Рәйел Өмөтбаев - Халҡым минең (0)
- Elvin Grey ft. Раиль Уметбаев - Халkым минем ® (0)
- Радик Юльякшин, Рәил Өмөтбаев - Халҡым минең (2015) (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1