Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Dervish Han - Һаумы, әсәй! | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Һаумы, әсәй!

Тыуған яғыма ҡайтһам
Ус тулғансы йыйырмын сәскәләр
Тыуған яғымдан.
Йәшлек үткән йылдарымды
Һағынып иҫкә төшөрөрмен әле
Ә хәҙер мин әсәй йортона ашығам
Әсәйемә...

Һаумы, әсәй,
Һиңә ошо сәскәләр.
Һаумы, әсәй,
Йәшермә минән сал сәстәреңде.

Әсәй, Ирәндеккә киттем
Ҡурай алып ҡайтып һиңә
Көйҙәр уйнайым.
Атайым уйнаған көйҙәрҙе
Һиңә уйнармын мин, әсәй,
Һинең дә йәш сағыңды иҫкә төшөрөрмен.

Йәле, әсәй,
Йырла йәш сағыңды иҫлә.
Йәле, әсәй,
Күңелеңде күтәр, йәштәреңде түкмә.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-